“Беҙҙең бурыс – пессимистик тойғоларға эйәреп йөрөү түгел, кешеләрҙең кире тойғолары менән эшләү, көрәшеү һәм еңеп сығыу”. Был турала Радий Хәбиров эксперттар берләшмәһе вәкилдәре һәм сәйәсмәндәр менән осрашыуҙа белдерҙе. Республика Башлығы әйтеүенсә, бынан биш йыл элек эш графигына яңы бурыс өҫтәлгән: Махсус хәрби операция. Бының өсөн ваҡыт, көс, ресурстар, хис-тойғолар кәрәк. “Рәсәй, республика, халыҡтың дошмандары бик күп. Аяуһыҙ, ҡурҡыныс, аҡыллы дошман ул. Һәм беҙгә ошоно халыҡҡа аңлатырға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.