Льготалы лизинг типографияға үҫеш мөмкинлеге биргән

Өфө районы Зубов ауылындағы типография льготалы лизинг ярҙамында сәнәғәт принтеры менән киң форматлы ламинатор һатып алып, етештерелгән продукция ассортиментын арттырған. Түбән процент ставкаһы һәм уңайлы түләү ваҡыты-эшҡыуарҙар «Минең бизнес» үҙәге аша дәүләт программаһы мөмкинлектәре менән танышып, документтар туплаған. Өс йыл элек ойошторолған компания реклама продукцияһын етештереүҙән тыш, канцелярия тауарҙарын һатыу менән дә шөғөлләнә.

Беҙҙең ойошма яңы ғына үҫеш ала башланы, майҙаны буйынса ҙурыраҡ бинаға күсеү менән киң форматлы принтерҙа баҫтырыу йүнәлешен үҙләштерҙек. Был хеҙмәтте асыу өсөн республика лизинг компанияһына мөрәжәғәт иттек һәм яңы ҡорамалдар һатып алыуҙа дәүләт ярҙамы алдыҡ. Хәҙер реклама продукцияһын етештереү өсөн уңайлы шарттар булдырылды.

Наталья Кожевникова, типография етәксеһе

Эшҡыуарҙар ҡорамалдарҙан тыш, махсус техника, йөк һәм туристик транспорт һатып алыуға ла льготалы лизинг алыу мөмкинлегенә эйә. Программа «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Йылдың тәүге биш айы һөҙөмтәләре буйынса төбәк лизинг компанияһы тарафынан 24 килешеү төҙөлгән, был, тәү сиратта, бәләкәй һәм урта бизнесҡа производство ҡеүәттәрен арттырырға булышлыҡ иткән.