Яҙыусылар эшмәкәрлеге яңы ҡағиҙәләр буйынса көйләнәсәк

Рәсәйҙә 1 сентябрҙән яҙыусылар өсөн һөнәри стандарт индерелә. Яңы ҡарар ҡәләм оҫталарына һәм авторҙарға ярҙам итеү, уларҙың әҙәби ижадын закон сиктәрендә көйләү өсөн ҡабул ителә. Һөнәри стандартҡа ярашлы, яҙыусылар сафына белеме, тәжрибәһе, хеҙмәт стажы тап булған авторҙар инәсәк. Профессиональ яҙыусы исемен йөрөтөү өсөн ниндәй талаптарҙы үтәү мөһим? Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Яҙыусы-донъялағы иң боронғо һәм билдәле һөнәрҙәрҙең береһе, әммә ул профессия булараҡ закон тарафынан көйләнмәй. Бер яҡтан яҙыусы башҡа һөнәрҙәр менән сағыштырғанда ижади азатлыҡ менән файҙаланып йәмғиәттә айырым, шәхсән хеҙмәт берәмеге иҫәпләнә. Икенсе яҡтан, рәсми профессиональ статусы булмауы автор хоҡуҡтарын яҡлау, нәшриәт йорттары менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе көйләү, хеҙмәт стажын һанау менән бәйле һорауҙарҙа ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шуға ла Рәсәйҙә 1 сентябрҙән яҙыусылар өсөн һөнәри стандарт индерелә.

Яңы ҡарарға ярашлы яҙыусы исемен йөрөтөү өсөн талаптар ҙа көсәйтелә. Киң тамашасыға, уҡыусыға еткерелгән материалдарҙың әҙәби эстәлегенән, йөкмәткеһенән, грамматик дөрөҫлөгөнән тыш, бынан ары авторҙар аудиовизуаль контент менән ҡуллана, артистар, режиссерҙар коллективтары менән эшләй белергә тейеш.

Сер түгел, бөгөнгө көндә аҡсаһы булған яҙыусылар күп тиражлы китаптар баҫтыра ала. Авторҙар араһында һөнәри стандарт индереү ташҡа баҫылған материалдарҙың сифатын күтәрергә ярҙам итәсәк. Ентекле тикшереүҙәр һәм һөнәри стандарт яҙыусының яуаплылығын бермә-бер арттыра.

Кристина Андрианова-Книга, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы

Һөнәри стандарт бюрократия талаптары буйынса түгел, ә яҙыусыларҙың мөрәжәғәте буйынса индерелә. Яҙыусы тигән рәсми профессиональ статус авторҙарҙың ижади-әҙәби эшмәкәрлеген тикшереү, автор хоҡуҡтарын яҡлау, страховка иҫәпләү һорауҙарын хеҙмәт кодексына ярашлы көйләү мөмкинлеге бирә.

Тарихтың һәр осоронда яҙыусылар йәмғиәттең рухи тотҡаһы һәм көҙгөһө булып ҡала. Әлеег ваҡыттта Башҡортостан Яҙыусылар союзы республикабыҙҙың 300-ләп ижадсыны берләштергән иң ҙур йәмәғәт ойошмаларының береһе. Ҡәләм оҫталары өсөн әҙәби премиялар күләме, нәшер ителгән китаптар һаны арта, ижади конкурстар ойошторола. Төҙөкләндереүҙән һуң асылған Яҙыусылар йорто ҡәләмдәштәргә осрашыу һәм аралашыу өсөн өо-яы шарттар тыуҙырҙы. Ил кимәлендә һөнәри стандарт индерелеүе лә йәмғиәттә яҙыусы абруйын артабан күтәреүгә йүнәлтелгән.

Ф.Миһранова