Республикала шифалы үләндәр йыйыу осоро бара. Халыҡ календары буйынса ул июнь урталарынан башланып, миҙгел тамамланғансы дауам итә. Ниндәй үләндәрҙе йыйырға мөмкин, ҡайһыһынан тыйылып торорға? Был турала мәғлүмәттәр Нуриман районынан үлән белгесе Михаил Гордеевтың фитоүҙәгендә тупланған. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән яҙмала.
Ысынлап, аптырарлыҡ та. Берәүҙәр ябай үлән тип ҡабул иткән тубылғының аскорбин кислотаһына бай булыуы күптән иҫбатланған. Белгестәр асыҡлауынса, тубылғы баш һәм быуындар ауыртыуҙы баҫа ала. Киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәргә ҡаршы тәьҫире көслө. Шулай уҡ шешенеү һәм шәкәр диабетын дауалауҙа ла ҡулланыла. Башҡортостан биләмәләрендә йәмғеһе ике меңләп үлән төрө, шул иҫәптән шифалы үҫентеләр иҫәпләнә.
Танылған үлән белгесе, биология фәндәре кандидаты Михаил Гордеев халыҡ медицинаһында ҡулланылған шифалы үләндәр тураһында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Уларҙың русса-башҡортса һәм латин телдәрендә атамаһын да яҡшы белә.
Дарыу үләндәрен йыйыу миҙгеле йәй аҙағына тиклем дауам итә. Иң мөһиме-юл ситендәге үләндәрҙе йыймаҫҡа, таныш үҫемлектәрҙе генә самаһын белеп әҙерләргә кәрәк, ти белгестәр. Шул саҡта ғыена үләндәр һаулыҡты нығытыуҙа тоғро ярҙамсы була ала.
Азат Ғәлиуллин