Башҡортостан башҡорт милли кейемдәренә патент алды

Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асыу тантанаһында Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәисе Лилиә Ғүмәрова Премьер-министр Андрей Назаровҡа башҡорт милли кейемдәрен теркәү тураһындағы таныҡлыҡ тапшырҙы. Был ҡарар Роспатент тарафынан ҡабул ителде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала рәсми теркәлгән 11 брент иҫәпләнә. Быға тиклем Роспатент “Башҡорт балы”, “Бөрйән солоҡ балы”, “Ҡурай”, “Башҡорт аты”, “Мансур граниты”, “Башҡорт балаҫы”, “Башҡорт мамыҡ шәле”  һәм “Ассы”, “Йоматау” һәм “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуҙарын ошо исемлеккә индергән.