Фольклориадаға бәйле Өфөлә юлдар ябыла

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын үткәреүгә бәйле, Өфөнөң бер нисә урамында транспорт хәрәкәте сикләнде. 27 июнгә тиклем Пушкин урамының Ленин һәм Цюрупа, Совет урамының Зәки Вәлиди һәм Пушкин урамдары араһындағы участкалар ябылды. Шулай уҡ Театр урамы бикле, таңғы сәғәт 5-тән киске 7-гә тиклем Ленин, Октябрь революцияһы һәм Киров урамдарында сикләүҙәр индерелә. Дим паркы һәм Затондағы «Тулҡындар» янындағы парковкалар ябылды. Транспорт өсөн сикләүҙәр картаһы менән баш ҡала хакимиәте сайтында ентекле танышырға мөмкин. Ойоштороусылар ҡала халҡын маршруттарын алдан планлаштырырға саҡыра.