Күперҙәр күҙәтеү аҫтында. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзалары Шишмә районында барған ремонт эштәре менән танышты. Әле Ҡара Яҡуп ауылы янында Дим йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелә. 236 метр оҙонлоҡтағы объектта балканы бетонлау өсөн арматуралар ҡорола. Бер үк ваҡытта терәүҙәр яңыртыла.
Күпер район ауылдарын үҙәк менән тоташтыра. Шулай уҡ мәктәп һәм йәмәғәт транспорты ла йөрөй. Шуға күрә объекттың хәүефһеҙ булыуы шарт. Әле республикала 23 ҡоролмала реконструкция һәм төҙөлөш бара. Уларҙың 13-сөн быйыл файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Тағы ла ун күперҙә ремонт бара.