Зыян күреүсе тағы ла ике кеше район дауаханаһына оҙатылған. «УАЗ Патриот» һәм «Лада Ларгус» автомобилдәре ҡатнашлығында авария шаршамбы кис автомобиль юлының 194-се километрында теркәлгән. Ваҡиға урынына кисекмәҫтән оператив хеҙмәттәр сыҡҡан, һәләкәт сәбәптәре асыҡлана.