Григорий Панин Ҡазанда ял иткәндә кәмәләре зыян күргән кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙған. Өфө клубының матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. “Балыҡсылар йылға уртаһында ҡамауҙа ҡалғайны. Уларҙы буксирға алып 40 минут самаһы барҙыҡ. Бензин бөтә яҙҙы. Яғыулыҡ өсөн аҡса тәҡдим иттеләр. Алманым. Имен-аман ярға килеп еттек!”, - тип яҙған Телеграм каналында Григорий Панин.