Башҡортостанда 800 меңдән ашыу кеше төҙөкләндереү объекттарын һайлауҙа ҡатнашҡан

Был күрһәткес буйынса республика йәнә илдең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инде. Айырыуса Тәтешле, Салауат, Өфө, Шишмә, Дыуан райондарында, Межгорье, Салауат, Күмертау ҡалаларында йәшәүселәр ҙур әүҙемлек күрһәткән. Тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров. Бөтә Рәсәй конкурсы йыл һайын «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса үткәрелә. Уның ярҙамында һуңғы йылдарҙа республикала 1 меңгә яҡын йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелде. Әлеге тауыш биреү йомғаҡтары буйынса уларға тағы ла 152 объект өҫтәләсәк, тигән Башҡортостан башлығы.