Бөгөн Парламент яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышын үткәрҙе. Депутаттар был миҙгелдә 100-ҙән ашыу ҡануни документты ҡараған, уларҙың күбеһе ҡабул ителгән. Закондарҙың төп өлөшө социаль өлкәгә ҡағыла. Яҙғы сессияны йомғаҡлаған 34-се ултырыштағы ҡануни яңылыҡтар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай министрлыҡ, ведомстволар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Был юлы Парламент ултырышында Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү, сеймал етештереү буйынса эшмәкрлеге тикшерерлде. Шулай уҡ депутаттар 2025 йылда Республика бюджетының үтәлешен ҡараны. Закон проекттарына килгәндә, уларҙың күбеһе социаль йүнәлешле. Мәҫәлән, мәжбүри күсеп килеүселәргә, хәрби хәбәрселәргә бушлай юридик ярҙам күрһәтеү.
Тағы ла бер закон проекты ирекмәндәр эшмәкрлегенә ҡағыла. Ҡануни документҡа ярашлы, Рәсәйҙең яңы биләмәләрендә ирекмәнлек менән шөғөлләнгән граждандарға социаль ташламалар бирелә. Әммә уларҙың хеҙмәте «Добро РФ» платформаһында теркәлгән булырға тейеш.
Парламент ултырышында депутаттар, министрлыҡ-ведомство етәкселәренән тыш, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары ла ҡатнаша. Әлеге состав быйыл һайланған. Һуңғы үҙгәрештәргә ярашлы, ойошманың эш мөҙҙәте 3-тән 5 йылға арттырылған, ағзалар һаны ла 35-тән 45-кә еткән. Был йәш быуынды сәйәсәткә йәлеп итеү маҡсаты менән бәйле, ти Йәмәғт палатаһы рәйесе Илнур Рамаҙанов.
Депутаттар шулай уҡ урман мөнсәбәттәрен көйләү, юл хәрәкәтен ойоштороу, тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә түләү тәртибе, муниципаль бермектәрҙең сиктәре буйынса закон проекттары ҡараны. Парламент ҡарамағына тәүгә сығарылған закон проекттарын тикшереү иһә көҙгө сесссияла дауам итәсәк.
Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында 5 тиҫтәнән ашыу ҡануни документ ҡаралды. Был парламенттың яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышы, сессия дауамында бөтәһе 100-ҙән ашыу закон проекты ҡаралған, уларҙың 70-тән күберәге закон статусы алған. Артабан депутаттар каникулдарға китә. Әммә был эшмәкәрлек туҡтатыла тигәнде аңлатмай. Йәйге осорҙа ла йәмәғәт тыңлауҙары, халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә.
Р.Кәримова