Рәсәйҙәге Балалар тимер юлына 90 йыл. 1936 йылда илдә кесе магистралдәр асылған. Илдәге 25 балалар тимер юлының береһе Өфөлә Яҡутов паркында. Балалар тимер юлы буйлап йөрөгән составты ла кескәйҙәр үҙҙәре йөрөтә-унда тимер юл өсөн белгестәр әҙерләүгә нигеҙ һалына.
8-се класс уҡыусыһы Даниил Саматов тепловозды оҫта йөрөтә. Якутов паркында йәй кеше күп, ваҡытында сигнал биреп өлгөрөргә, бигерәк тә йәйәүлеләр үткәүелендә иғтибарлы булырға кәрәк. Кабинала уҡыусылар үҙҙәре генә түгел, машинист уларҙың һәр хәрәкәтен күҙәтә.
Өфөлә балалар тимер юлы 1953 йылдың 10 майында асылған. Балалар машинист һәм уның ярҙамсыһы, проводник, диспетчер- бөтәһе 12 һөнәрҙе үҙләштерә. Был эштә баш ҡалалағы 101 һәм 104 мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек алып барыла.
Кескәй тимер юлсыларҙың эш көнө ике сменаға бүленә. Бөгөн иһә пассажирҙар ҙа ғәҙәттәгенән күберәк. Вагондар балалар фольклориадаһы ҡунаҡтары менән тулы.
Май айында профориентация йүнәлеше буйынса Өфө балалар тимер юлында 3 мең уҡыусы экскурсияла булған. Вагонда тимер юл тарихы менән танышырға була. Был турала мәғлүмәтте кескәй эскурсоводтар үҙҙәре еткерә. Бер йылдан 7 йылға тиклем курс тамамлағас, имтихан тапшырып, уҡыусылар 18 йәше тулмаҫ борон уҡ һөнәр алып сыға.
Рәмилә Исмәғилева