Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөгә эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе Магомедсалам Магомедов тураһында социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Ул милләт-ара мөнәсәбәттәр өсөн яуаплы һәм Башҡортостанда өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләргә килгән. «Магомедсалам Магомедалиевич минең күптәнге дуҫым. Ҡатмарлы осорҙа ул Дағстан республикаһы Президенты вазифаһында милләт-ара татыулыҡ ойоштороу өсөн күп көс һалды. Уның тәжрибәһе бөгөнгө шарттарҙа ла бик кәрәкле. Магомедсалам Магомедовҡа ярҙамы өсөн оло рәхмәтемде еткерәм» тип билдәләгән Радий Хәбиров.