Республика Башлығы Радий Хәбиров Магомедсалам Магомедовҡа рәхмәт белдерҙе

Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Бөтә донъя балалар фольклориадаһында ҡатнашты. “Магомедсалам Магомедали улы минең һәм Башҡортостандың яҡын дуҫы. Ҡатмарлы осорҙа ул Дағстанды етәкләне.  Күп милләтле төбәкте үҫтереү, унда тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытыу өсөн күп эшләне. Был тәжрибәһе бөгөн ҡатмарлы һәм  көсөргәнешле хеҙмәтендә ярҙам итә. Магомедсалам Магомедали  улына республика исеменән ихтирам һүҙҙәрен еткерәм.” -тип яҙған республика етәксеһе социаль селтәрҙә.