Концерт программаһында илдең 45 төбәгенән коллективтар ҡатнашты. Ҡыҙ һәм малайҙар Совет майҙанындағы төп сәхнәлә үҙ тыуған яғының йыр-бейеүҙәрен тәҡдим итте. Әлеге минуттарҙа балалар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән таныша.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы бөгөн тамамлана. Фестивалде ябыу тантанаһы киске сәғәт 8-ҙә башлана. Унда ил төбәктәренән вәкилдәр, хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнаша, дипломдар тапшырыла. Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдинов сығыш яһай.