Өфөлә балалар коллективтары сығыш яһай

Был минуттарҙа баш ҡаланың Совет майҙанында Бөтә Рәсәй Фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙың концерты башланып тора. Фестиваль сәхнәһендә 50-гә яҡын фольклор коллективы йыр һәм бейеүҙәрен тәҡдим итә. Һәр артист милли кейемдә сығыш яһай. Ким Кулар Тыва республикаһынан. Мөхәмәт Зөбәйеров Дағстандан. Самир Латипов - Башҡортостандан. Алһыу Шиһапова Татарстан ҡыҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Киске сәғәт 8-ҙә Совет майҙанында өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фестивален ябыу тантанаһы була. 21 сәғәттә тамашасыларҙы танылған музыкант  Зәйнетдин сәләмләй.