Башҡортостанда яғыулыҡ етештереү һәм оҙатыу күләме арттырылған

Башҡортостандың нефть эшкәртеү заводтары етештереү ҡеүәтен һәм заправкалау станцияларына яғыулыҡ оҙатыуҙы артттырҙы. Бындай ҡарар һуңғы көндәрҙә Рәсәйҙә, шул иҫәптән республикала килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып ҡабул ителгән. Был турала беҙҙең каналға биргән интервьюһында вице-премьер-Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдерҙе. Ул бөгөнгә бөтә предприятиеларҙың да тотороҡло эшләүен, яғыулыҡтың етерлек булыуын билдәләне. Яһалма шау-шыу менән бәйле хәлде өсөн бөтөрөү өсөн оператив штаб булдырылған.

Төбәк властары нефть компаниялары вәкилдәре менән берлектә килеп тыуған хәлде иҫкәртеү өҫтөндә эшләй. Александр Шельдяев билдәләүенсә, республиканың заправкалау станцияларында бер ниндәй ҙә сикләүҙәр индерелмәйәсәк. Әммә был, әгәр водителдәр үҙҙәре яуаплылыҡ күрһәтеп, яғыулыҡ баҙарында артыҡ шау-шоу тыуҙырмаһа.