Этно-мәҙәни, хәрби-патриотик сара сиктәрендә шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, спорт ярыштары. милли уйындар ҙа уҙғарылды. Медицина хеҙмәткәрҙәрен менән медицина десанты, халыҡ дауалаусылары майҙансығы эшләне. Тарихи-мәҙәни ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлаған, хәрби-патриотик рухты нығытҡан күләмле фестиваль тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Яугирҙар өсөн кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре. Майҙанда Башҡортостан ирекмәндәре эшләгән төрлө әйберҙәрҙе күрергә мөмкин, һәр береһенә ҡул көсө, күңел йылыһы һалынған. Ирекмәндәрҙеэң фронтҡа ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, улар алғы һыҙыҡтағыларҙың һорауы буйынса гуманитар ылауҙар әҙерләй, алып барып тапшыра, хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы тәрбиәләй, психологик ярҙам күрһәтә. Әбйәлилдең «Талисман» төркөмө яҡташтарына мунсалар ташый.
Ирекмәндәр беренсе республика форумында үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, аралашты, фекер алышты. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта яугирҙарға дронға ҡаршы япмалар талап ителә, уны һигеҙ ҡатлы итеп тегергә мөмкин.Был эште башлаған райондар башҡаларҙы өйрәтергә әҙер. Шулай уҡ финанслау мәсьәләһе лә күтәрелде. Ирекмәндәргә ярҙам күрһәткән муниципаль берәмектәр ҙә, үҙҙәре аҡса йыйып эшләгәндәр ҙә бар. Килсәктә республикала берҙәм үҙәк төҙөү тәҡдиме лә индерелде.
«Ер ҡото» фестивале быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолған. Проекттың авторы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Йылдан-йыл сараның программаһы байытыла, география киңәйә, ти ул.
Күләмле фестивалде быйыл тап Әлшәй районы ҡабул итеүе осраҡлы түгел. Муниципаль берәмек үҙенең ҡаһарман улдары менән дан тота. Төбәктәр ирекмәндәр эшмәкәрлеге лә киң йәйелдерелгән, район алғы һыҙыҡтағы яҡташтарына ла даими ярҙам күрһәтә.
Фестивалдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға адаптив кейемдәр, коляскалар тапшырылды. Яугирҙарҙың әсәләре, ҡатындары тәбрикләнде. Улар даими иғтибар, хөрмәт өсөн рәхмәтле.
Яу юлын үткән ир-егеттәр фекеренсә, бындай фестивалдәр кәрәк. Йәш быуын тарихты, геройҙарыбыҙҙы белеп үҫергә, улар өлгөһөндә тәрбиәлнергә, онотмаҫҡа тейеш. Сара реаль ярҙам күрһәтеүе менән дә әһәмиәтле, бында табиптар, юристар, психологтар, халыҡ дауалсылары майҙансыҡтары эшләй.
«Ер ҡото» фестивале быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола, ул тарихи мәҙәни-ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлаған, хәрби-патриотик рухты нығытҡан сара булып тора. Фестиваль алғы һыҙыҡта йөрөгән ир-егеттәребеҙ именлегенә ҡорбан ашатыу менән тамамланды.
Р. Кәримова