Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусы балалар менән осрашты. Торатау конгресс- холында ойошторолған сарала төбәк етәксеһе һәләтле малай-ҡыҙҙар менән аралашып, бүләктәр тапшырҙы.
Өс көн дауам иткән ижад һәм фольклор байрамында сығыш яһаусылар «Урал батыр» эпосы китаптары менән бүләкләнде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың балалары музыкаль инструменттарҙа уйнап, милли йырҙар йырланы. Фольклориада көндәрендә 12 йәше тулған Салехард егете Лев Хоротэтто Башҡортостан башлығы ҡулынан конструктор алып ҡыуанды. Дуҫтарса йылы, йәнле аралашыуҙа балалар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп, Башҡортостан башлығы кәңәштәрен тыңланы.