Меңдән ашыу баланы дуҫлыҡ ептәре менән бәйләгән байрам юғары кимәлдә ойошторолдо. Фольклор фестивалендә ҡанашыусыларҙы дипломдар менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бүләкләне. Фольклориаданы ябыу тантанаһы Совет майҙанында Зәйнетдин этно проекты концерты менән тамамланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Онотолмаҫ тәьҫораттар һәм бала-саҡтың сағыу иҫтәлектәре. Башҡортостанда үткән Фольклориаданы ябыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров байрамда ҡатнашыусы малай-ҡыҙҙарға өсөнсө дәрәжә дипломдар тапшырып оло рәхмәтен еткереҙе. Алыҫ араларҙы яҡынайтып илдең төрлө төбәктәренән йыйылған талант оҫталары милли мираҫты һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе.
Фольклориадала меңәрләгән һәләтле бала илебеҙҙең йолаларын, тарихын күрһәтеү өсөн йыйылды. Фестиваль ижади коллективтарҙың сығышы менән сикләнмәне, сарала ғилми-ғәмәли конференция, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре үтте. Байрамда илдең төрлө төбәктәренән билдәле фольклорсылар, ғалимдар, эксперттар ҡатнашты. Күҙҙең яуын алып торорҙай матур костюмдарҙа сығыш яһаған балаларҙың йр-бейеүҙәре тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.
Фольклориаданың өс көнөндә лә бай йөкмәткеле, сағыу программа ойошторолдо. Ҡатнашыусылар Совет майҙанындағы төп сәхнәлә һәм ял парктарында сығыш яһаны. Республикала үткән өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сәнғәт байрамы ғына түгел, ул күп милләтле илдә татыулыҡ, илһөйәрлек өлгөһө. Һәләтле, тырыш, халыҡ ижадын һаҡлаған, популяарлаштырған балалар булғанда ата-бабалар мираҫы онотолмаясаҡ тигән өмөт тыуа.
Ф.Миһранова