Арт-квадрат майҙансығында ойошторолған сарала төрлө быуын вәкилдәре оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, музыка һәм шиғриәт зоналарында сығыш яһаны. Ошонда уҡ милли уйындарҙа ҡатнашыу, башҡорт телен өйрәнеү өсөн дидактик материалдар һайлау ҙа мөмкин ине. Фестиваль сиктәрендә республиканың билдәле башҡарыусыларын берләштергән концерт та әҙерләнгәйне.
Сараны ойоштороусылар йәш башҡарыусылар ижадын таратыу, заман йыр сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсаты ҡуйған. Фестивалдә ҡатнашыусылар әсә телендә аралашыуҙың ни тиклем рух күтәренкелеге биреүен үҙ миҫалында иҫбатланы. «Мин башҡортса һөйләшәм!» фестивале Республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Быйыл ул өсөнсөгә уҙҙы.