Көн һайын Өфө дауаханаларына йәрәхәт алған тиҫтәләрсә ҡыҙ һәм малай килтерелә. Балалар бейектән ҡолай, велосипед йөрөткәндә йығыла, ҙур юлда ҡазалана. “Ата-әсәләр балаларына хәүефле уйынсыҡ ала. Эҙемтәләр тураһында уйламай. Быйыл юлда 20-нән ашыу үҫмер имгәнде”, - ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Ленар Зиннуров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБәлиғ булмағандарға транспорт менән идара итеү тыйыла. Ата-әсәләр был мәсьәләне етди күҙәтеүгә алырға тейеш, ти Ленар Зиннуров. Бала рулдә тотолған осраҡта, машина йәки мотоциклдың штраф туҡталҡаһына оҙатылыуы ихтимал. Ғаилә административ яуапҡа тарттырылыуы мөмкин.