Башҡортостан Милли музейы яңы экспонат менән тулыланды

Өфөлә йәшәүсе Айһылыу Арыҫланова мамонт тештәрен тапшырҙы.   Артефактты уның атаһы 15 йылдан ашыу элек Ағиҙел йылғаһы буйында тапҡан. Оҙаҡ ваҡыт экспонат гаражда һаҡланған. Арыҫлановтар мамонт тештәре икәнен аңлағас, уларҙы музейға тапшырырға ҡарар иткән. Ул палеонтология коллекцияһына индерелә, фәнни өйрәнеү өсөн асыҡ була.