Бөгөн Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә сығарылыш кисәләре үтә. Мәктәпте тамамлаусыларҙы президент Владимир Путин ҡотланы. «Һеҙҙең алда хәҙер киң мөмкинлектәр асылған. Һәм улар менән нисек идара итә алыуығыҙ тәү сиратта үҙегеҙҙән тора. Иң мөһиме, яратҡан һөнәреңде табыу, үҫешергә һәм алға барырға ынтылыуҙан туҡтамау. Хәҙерге динамик донъяла был айырыуса мөһим»,-тигән дәүләт башлығы. Быйыл Рәсәй мәктәптәрен 660 меңдән ашыу, шул иҫәптән Башҡортостанда 17 мең 600 ҡыҙ һәм егет тамамланы.