Башҡортостанда йыл башынан «Сәләмәтлек поезы» табиптары 97 меңдән ашыу ҡабул итеү ойошторған

Шик аҫтына алынған бөтә пациенттар ҙа өҫтәмә тикшереүгә ебәрелгән. 29 июндән 5 июлгә тиклем табиптар составы Баймаҡ, Баҡалы, Борай, Йәрмәкәй, Иглин, Ишембай һәм Мәсетле райондарында эшләй. Консультациялар бушлай, ҡабул итеү сират буйынса алып барыла. Үҙең менән паспорт һәм медицина полисы алырға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.