Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Рөстәм Хәниф улы Ғисмәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Хәтер сараһында ведомство етәкселеге, енәйәт-башҡарыу системаһы ветерандары, табиптың яҡындары һәм туғандары ҡатнашты. Рөстәм Ғисмәтов республиканың енәйәт-башҡарыу системаһының медицина тәьминәте үҫешенә ҙур өлөш индереүсе табип. Был эшкә ул утыҙ йыл ғүмерен бағышлай. Бер үк ваҡытта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ғилми эш менән дә шөғөлләнә. Ул байтаҡ медицина асыштары һәм дауалау алымдары авторы.