Украина ҡораллы көстәре тәьминәтте эшлектән сығарырға күпме генә маташмаһын яугирҙарға гуманитар ярҙам ташыу туҡтамай. Ейәнсура районы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы ылау оҙатты.
Ирекмәндәр «Башҡортостан» полкы өсөн тәү кәрәкле әйберҙәр йыйған. Окоп шәмдәре, маскировкалау селтәрҙәре, дрондарҙан һаҡланыу япмалары һәм аҙыҡ-түлек һалдаттар һорауы буйынса тупланған. Яҡташтарыбыҙ эндуро мотоциклы алып та ҡыуанды. Еңел һәм юғары үтемле техника алғы һыҙыҡҡа кәрәк-яраҡ ташыу өсөн ҡулай.
Һуңғы осорҙа дошман фронтҡа илткән юлдарға һөжүм итеп логистиканы эшлектән сығарырға маташа. Шуға ла ирекмәндәргә махсус хәрби операция биләмәһенә үтеп инеү хәүефле.