Улар өс мең һатыу урынына иҫәпләнгән. Басасылар үҙҙәре үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә, һөт ризыҡтарын килтергән. Бындай тауарҙы бер генә сауҙа селтәрендә, фермер кибеттәрендә лә тапмаҫһың. Ялан сәскәләре, дарыу үләндәрен, сифатлы емеш-еләкте тик шәхси хужалыҡтар ғына тәҡдим итә ала. Эльвира Вәлиәхмәтова үҙе лә ҡалала йәшәгән, хаҡлы ялға сыҡҡас Саҡмағош районына ҡайтып төпләнә. Шуға ла ҡала халҡының сифатлы продукцияға мохтажлығын яҡшы аңлай. Хәҙер инде биш йыл ханым Өфөгә килеп сауҙа итә.
Эш хатта аҡсала ла түгел, ти һатыусылар. Баҡсасылар башлыса үҙенән артып ҡалғанды кәштәләргә сығара. Йүнселдәргә өҫтәмә килем, ә инде ҡулланыусыға ауыл ерендә үҫтерелгән сифатлы продукция. Тап ошоларҙы иҫәпкә алып Радий Хәбиров баҡсасыларға сауҙа урыны ойошторорға ҡушҡайны. Баш ҡаланың Октябрь районында ғына 106 урында уңайлы һатыу итеү нөктәләре ойошторолған һәм уларға ихтыяж юғары.