Өсөнсө Бөтә донъя балалар фольклориадаһында Башҡортостан данын һәләтле балалар һәм үҫмерҙәр яҡланы. Күмертауҙа йәшәүсе Әнүәр Вәхитов бәләкәй сағынан йырлай. Башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнә, ҡумыҙҙа уйнай. Әйткәндәй, был музыка ҡоралына Зәйнетдиндың концертын ҡарағандан һуң ҡыҙыҡһыныуы уянған. «Аҡбуҙат» өлгөлө башҡорт фольклор ансамбле солисы Өфөлә уҙған балалар фольклориадаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы.