11-12 июлдә “Баҡыр” фестивале үтә

Ул Ишембай районы Верхотор һәм Мәләүез районы Воскресенск ауылында ойошторола. Башҡортостан башлығы халыҡты сарала ҡатнашырға саҡыра. “Республиканың төрлө райондарында баҡыр иретеү заводтарының диуары бай мираҫ булып тора. Бөгөн улар тарихи һәйкәл. Беҙ уларҙы һаҡларға бурыслы. Бындай объекттарҙы халыҡты йәлеп итеп торған урынға әйләндереү өсөн күп эштәр башҡарыла”, - тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Фестиваль көндәрендә Верхоторҙа яңыртылған майҙан асыла. Оҫталыҡ дәрестәре һәм фәнни лекциялар була. Воскресенскиҙа фестиваль ҡунаҡтары өсөн боронғо фотоһүрәттәр күргәҙмәһе, электрон музыка шоуы ойошторола.