Властар мотлаҡ илдең һәм граждандарҙың именлеген, шулай уҡ «оҙайлы тарихи перспективаға» Рәсәй сиктәренең ныҡлығын тәьмин итәсәк. Был хаҡта Владимир Путин Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының егерме өсөнсө съезында белдерҙе. Ул дәүләт иҡтисадын яңы кимәлгә сығарыу, атап әйткәндә, торлаҡ һәм юл төҙөүҙе дауам итеү, эш урындары булдырыу, бизнесҡа ярҙам итеү пландары хаҡында әйтте. Бөтә социаль йөкләмәләр үтәләсәк. Көнбайыш дәүләттәренең бығаса булмаған баҫымына ҡарамаҫтан, илебеҙ тышҡы сәйәсәт һәм иҡтисади хәүефкә ышаныслы ҡаршы тора. Владимир Путин махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм бөтә граждандарға хеҙмәт һәм дөйөм эшкә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.
Съезд тотош илдән 4 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Башҡортостан делегацияһын «Берҙәм Рәсәй» ҙең төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров етәкләне. Осрашыуҙа партия ағзалары Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға кандидаттар исемлеген раҫланы. Бынан алда кандидатураларҙы ил халҡы алдан тауыш биреү барышында билдәләне, унда 10 миллиондан ашыу һайлаусы ҡатнашты. Съезда шулай уҡ партияның халыҡ программаһына инәсәк тәҡдимдәре тикшерелде. Ул августа ҡабул ителәсәк.