11 һәм 12 июлдә Башҡортостанда «Баҡыр» фестивале үтә

Беренсе тапҡыр ойошторолған сараны Ишембай районының Верхотор менән Мәләүез районының Воскресенское ауылдары ҡабул итә. «Беҙҙең өсөн ул сираттағы байрам ғына түгел. Республика биләмәһе-тау заводы цивилизацияһы үҙәге. Беҙҙә уникаль ҡомартҡылар күп, уларҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Бөгөн беҙ был урындарға яңы мәғәнә өҫтәйбеҙ, туристар өсөн уңайлы һәм мауыҡтырғыс итәбеҙ. Барығыҙҙы ла «Баҡыр» фестиваленә саҡырам!» тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы.