Уҙған шәмбе Рәсәйҙә йәштәр көнө билдәләнде. Был байрамдың тамыры 1958 йылдың 7 февраленә барып тоташа һәм ул ваҡытта совет йәштәре көнө тип атала. Үҙгәртеп ҡороу йылдарынан һуң тарихи дата 27 июнгә, ә 2023 йылдан июндең һуңғы шәмбеһенә күсерелә. Йола буйынса был көндө республикала төрлө концерттар, спорт ярыштары, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Бер төркөм активистар Өфөлә уҙған республика профсоюз йәштәре форумына йыйылды. Улар семинар-тренингтарҙа, интеллектуаль уйындарҙа, командалар төҙөүҙә ҡатнашты. Оҫталыҡ дәрестәре көнүҙәк мәсьәләләргә, атап әйткәндә, финанс грамоталыҡ, лидер имиджы, көсөргәнешле хәлдәрҙе булдырмау механизмдарына арналды.