Диплом тапшырыу тантанаһы бер нисә көн дауам итәсәк. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе рекордлы күләмдә белгестәр менән тулылана-колледжды быйыл 800 студент тамамлай. Был һуңғы йылдарҙа тармаҡтағы ихтыяжға бәйле. Дәүләт тарафынан ике тапҡырға тиерлек квоталар арттырылған. Йәштәр артабан медицина учреждениеларында хеҙмәт юлын башлай, шулай уҡ белемен юғары уҡыу йорттарында камиллаштырырға теләүселәр ҙә бар.