Райондың сирек быуатлыҡ үҫеше-башҡорт телендә сыҡҡан баҫма матбуғатта. Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында «Торатау» гәзитенең 25 йыллығына арналған байрам сараһы үтте. Сәхнәлә ҡотлау һүҙҙәре менән Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Журналистар союзы етәкселеге сығыш яһаны. Тантанала редакция коллективы, баҫманың тоғро дуҫтары, авторҙары бүләкләнде. Кисә гәзит тарихына байҡау яһау ғына түгел, дуҫлыҡ, ижад һәм илһөйәрлек байрамына әүерелде.
Ҡотлауҙар концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Райондың ижади коллективтары тамашасыларға йыр-моң, дәртле бейеүҙәр бүләк итте. Шулай уҡ юбилей сараһында гәзиткә яҙылыусылар араһында ойошторолған конкурс еңеүселәре билдәләнде. Сағыу мәҙәни ваҡиғала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бөгөн йөкмәткеле һәм уҡымлы баҫманың йөҙөн көслө, берҙәм ижади коллектив билдәләй, гәзиттең үҙ сайты бар, социаль селтәрҙәр аша ла яңылыҡтар халыҡҡа оператив рәүештә еткерелә.