Башҡортостан театрҙары федераль гастроль программаһына инде

Башҡортостан театрҙары һәм ансамбле Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының федераль программаһына инде. Был дәүләт учреждениеларына илдең төрлө төбәктәренә сәфәргә сығырға мөмкинлек бирәсәк. Бәхетле юллама алыусылар исемлегендә-4 учреждение. Туймазы артистары үҙ спектаклдәрен Дағстандың Дербент ҡалаһына алып барһа, Салауаттар-Адыгей республикаһы баш ҡалаһына юл тота, ә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Төмәнгә юлланасаҡ. «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленең маршруты тағы ла киңерәк. Ул-Силәбе, Ҡурған һәм Свердловск өлкәләрен үҙ эсенә ала. Ижади сәфәрҙәр «Ҙур гастролдәр» һәм «Беҙ-Рәсәй» федераль программалары буйынса быйыл көҙ үтә.