Радий Хәбиров Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә видеобәйләнеш аша уларҙың эшенә старт бирҙе. “Беҙ мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәрен сәләмләйбеҙ. Бик йылы һәм профессиональ ҡаршы алалар. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ”-, тине Республика башлығы. Башҡортостанда әле 55 кадрҙар үҙәге эшләй. Уларҙа урындағы халыҡҡа эш табыу, өҫтәмә һөнәри белем алыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, эшкә урынлашыу, резюме тултырыу буйынса консультациялар бирелә.