Башҡортостанда яңы «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәктәре асылды

Башҡортостан төбәктәрендә Рәсәй эше. Бөгөн Ауырғазы һәм Иглин райондарында заманса кадр үҙәктәре асылды. Яңы модулле үҙәктәр эшмәкәрлегенә стартты Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә Радий Хәбиров бирҙе. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ уңайлы ҡала мөхите тыуҙырыу, газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу, Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ауырғазыларҙың шатлығы сикһеҙ, муниципаль берәмектә «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге ишеген аса. Бында яңы һөнәр алырға ла, белем кимәлен камиллаштырырға ла, эш табырға ла була. Йәғни, мәшғүллектең бар этаптарын үҙ эсенә алған заманса үҙәк. Белгестәр фекеренсә, был проектты тормошҡа ашырыу республикала эшһеҙлек күрһәткесен кәметергә ярҙам иткән. Сағыштырыу өсөн, 2021 йылға ҡарағанда, эш эҙләү ваҡыты өс тапҡырға ҡыҫҡарған.

Оператив кәңәшмәлә, «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы тураһында ла һүҙ барҙы, киләһе йыл бөтәһе 152 биләмәне тәртипкә килтереү планлаштырыла, ошо маҡсатта 1 миллиард һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп ителә. Әйткәндәй, төҙөкәләндерелгән биләмәләрҙе халыҡ үҙе һайлай, тауыш биреүҙә 800 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Оператив кәңәшмәлә, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы эшмәкәрлеге лә ҡаралды. Ойошма махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтә.

Башҡортостан башлығы 3-сө балалар фольклориадаһында Республика данын яҡлаған ижади коллективтарға рәхмәт белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, күләмле мәҙәни сарала илдең 80 төбәгенән меңдән ашыу бала һәм үҫмер ҡатнашты.

Радий Хәбиров ижади төркөм етәкселәренә һәм йәш сәхнә оҫталарына рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар үҙ сиратында оператив кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы йыр-моңдары менән һөйөндөрҙө. Көйөргәҙе районынан 13 йәшлек Әнүәр Вәхитов фольклориадала йырлаған «Уралым» башҡорт халыҡ йырын йырлап ишеттерҙе.

Урта һәм юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү компанияһы башланды. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы белдереүенсә, быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтихандарын йөҙ балға тапшырыусылар һаны артҡан, бөтәһе 183 уҡыусы, шулай уҡ бер нисә имтиханды 100 балға биргәндәр ҙә бар. Әммә был һуңғы һөҙөмтә түгел, алда резерв көндәр тора.

Р.Кәримова