Яңы уҡыу йылына-зауыҡлы мәктәп формаһы. Республиканың теген фабрикалары йыл һайын уҡыусылар өсөн яңы фасондар, стилләштерелгән өҫ кейеме тәҡдим итә. Быйыл ниндәй төҫтәр һәм моделдәр иғтибар үҙәгендә? Продукцияның сифатын нисек билдәләргә? БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина Өфөләге цехтарҙың береһендә булды.
Жилет, итәк, костюмдар. Теген цехында ҡыҙыу осор-яңы уҡыу йылына башланғыс синыфтар өсөн мәктәп формалары тегелә. Производствоға Рәсәйҙә етештерелгән сифатлы туҡымалар ғына һайлап алынған. Яңы фасондар өҫтөндә эш алып барыла. Тегенселәр билдәләүенсә, балаларға тәғәйенләнгән продукция етди контроль үтә, дәүләт стандарты талаптарына тура килә.
Өфөләге компания матди-техник базаһын нығытып, мәктәп формаһын етештереү ҡеүәтен ун биш процентҡа арттырған. Быйыл йөҙ меңдән ашыу изделие тегелә. Эш процессы этаптарға бүлеп башҡарыла. Етештерелгән продукцияның «Ғәҙел билдә» системаһы аша үтеүе лә уңышлы күрһәткестәрҙең береһе.
Цехта 2013 йылдан алып мәктәп формалары тегелә. Әлегә республиканың илленән ашыу белем усағы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Компания дәүләт ярҙамы менән дә әүҙем файҙалана. Быйыл сәнәғәтте үҫтереү фондынан туҡыма һатып алыуға льготалы займ алынған.
Йәйҙең тәүге айы ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, магазиндарҙа уҡыусыларҙы бөгөн үк күрергә мөмкин. Берәүҙәр сарафан һайлаһа, икенселәр блузка, итәк үҙ итә. Кейемдең эшлекле стилдә, уңайлы һәм матур булыуы зарур. Шулай уҡ ГОСТ талаптарына ярашлы, формала дәүләт һәм патриотик символикаһы ла ҡулланыла.
Рәсәй туҡымаларының сертификаты бар, уҡыусылар өсөн хәүефһеҙ. Тегеү фабрикаһы етәксеһе Зөлфирә Ғәзизова билдәләүенсә, ата-әсәләр йылдан-йыл тап сифатты тәүге урынға ҡуйып, балалары өсөн зауыҡлы форма һатып алырға тырыша.
Яңы уҡыу йылына тиклем тағы ла ике ай ваҡыт бар. Шулай ҙа был теген фабрикаһы өсөн миҙгелле эш кенә түгел, заказдар буйынса йыл әйләнәһенә мәктәп формаһы тегелә. Көндәлек эш оҫталыҡты арттыра ғына, яңы моделдәр өҫтөндә даими эш алып барыла. Хаҡтарға килгәндә, быйыл улар яҡынса ун процентҡа ҡиммәтләнгән.
Гөлназ Хәйбуллина