Йәмәғәтселек «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү барышы менән танышты

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм журналистар «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү барышы менән танышты. Иман йортонда әле тышҡы яҡтан биҙәкләү, инженер селтәрҙәре һуҙыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын беркетеү, беренсе ҡатты сафҡа индереү бара. Йәғни, эш йәнләндерелгән, мәсет айлап түгел, көнләп үҙгәрә тип әйтергә мөмкин. Ә объектта төҙөлөш бөтөнләй туҡтаған мәлдәр ҙә була.

2006 йылда һалына башлаған мәсеткә төрлө инвесторҙар килә, әммә эште аҙағына тиклем еткереүсе табылмай. Ике йыл элек мәсет төҙөлөшөн Радий Хәбиров контролгә алғас ҡына боҙ урынынан ҡуҙғала. Башҡортостан башлығы бөгөн дә эш барышын, сифатын шәхси контролдә тота. Һуңғы ваҡытта объектта елләтеү системаһы ҡуйылған, көмбәҙҙәр йылытылған, манаралар мәрмәр плитәләр менән көпләнгән. Тышҡы биҙәкләү эштәре лә тамамланыу алдында. Һәр этапта заманса технологиялар, яңы ысулдар ҡулланыла. Иман йорто уңайлы, хәүефһеҙ булырға тейеш, ти төҙөүселәр.

Мәсеттең төп биҙәге-һирәк осрай торған куфи стилендәге яҙмалар. Был ғәрәп теленең иң боронғо формаһы, хәрефтәр геометрик төҙөлөшө менән айырылып тора. «Әр-рәхим»дең түшәменә Аллаһтың 99 исеменең 32-һе яҙыла. Ә көмбәҙ буйындағы аяттарҙы иң ҡиммәтле Ҡөръән китабын яҙған Артур хаттат эшләгән. Йәмәғәт эшмәкәрҙәрә, журналистар эш сифатын юғары баһаланы. Төҙөүселәр әйтеүенсә, быйыл көҙ бында аҙан тауыштары яңғырар, беренсе ҡат ишектәрен асыр тип көтөлә.