Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, форум 7 ноябрҙә “Торатау” Конгресс-холында уҙғарыла. Дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығына сараға әҙерләнеү һәм ойоштороу, вице-премьер Рөстәм Моратовҡа контролдә тотоу бурысы йөкмәтелә. Конференцияла IT-технологиялар өлкәһендәге төп темалар, яһалма интеллект һәм машиналар өйрәнеү, технологияларҙы үҫтереү һәм башҡа темалар ҡарала. Форум “Фән һәм университеттар” милли проектына ярҙам итеү маҡсатында ойошторола.