“Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге” проектының тәүге төркөмө Белоруссияла ял итә

Эшҡыуарлыҡ  һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге составҡа Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалалары, Өфө һәм Ишембай райондарынан 44 кеше ингән.  Һигеҙ көн дауам иткән социаль программала  2023 йылдан 55 йәштән өлкән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Тур хаҡының бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан субсидиялана.