«Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә яңы производствоға старт бирелде

«Алға» айырым иҡтисади биләмәһендә республика төҙөлөш тармағы өсөн автоклав газ-бетон һәм ҡоро ҡатнашмалар етештереү буйынса юғары технологиялы производство төҙөлөшөнә старт бирелде.

Республика башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районы өсөн мөһим ваҡиғала ҡатнашып, проект мөмкинлектәре менән танышты. Шулай уҡ Ваҡыт капсулаһын һалыуҙа ҡатнашты. Башланғыс төбәктең инвестиция комитеты тарафынан «Инвестиция сәғәте»ндә хупланғайны. Уға ярашлы, буласаҡ предприятиела йылына 400 мең кубометр газ-бетон етештерелә башлаясаҡ, 65 яңы эш урыны ойоштороу ҡаралған.