Башҡортостан яғыулыҡ баҙарындағы хәл тураһында брифинг-БСТ каналында тура эфирҙа

Республика заправкаларындағы хәлде нисек аңлатырға? Сираттар кәмей барһа ла, күпмелер ваҡыт көтөп торорға тура килә. Заводтарҙан бензин килтереү күләме арттырылһа ла, ихтыяж юғары булып ҡала. Ни өсөн канистрҙарға бензин тултырырға ярамай? Махсус хеҙмәттәр менән мәсьәлә нисек хәл ителгән? Яғыулыҡ барыһына ла етерме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға тура эфирҙа Яғыулыҡҡа бәйле хәлде көйләү буйынса республика штабы етәксеһе, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев яуап бирә. Бөгөн, 30 июндә көндөҙгө сәғәт өстә БСТ телеканалының тура эфирында. Күрмәй ҡалмағыҙ!