Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ теркәүҙә биометрик мәғлүмәттәр файҙаланыла. Бының өсөн кешенең йөҙөнөң фотоһүрәте һәм тауышы ҡулланыла. Был ысул менән электрон килешеүҙәрҙе теркәүҙә күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Ни бары тәүҙә биометрик мәғлүмәтте Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һәм банк офистарында теркәү талап ителә. Яңы ысулды күсемһеҙ милек һатып алғанда Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша килешеү төҙөгәндә файҙаланыу планлаштырыла.