Өфөлә башҡорт теле олимпиадаһының еңеүселәре тәбрикләнде

Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары бүләкләнде. Рәсәй халыҡтарының туған телдәр һәм әҙәбиәте буйынса бишенсе Федераль олимпиадаһында быйыл республика район-ҡалалары мәктәптәренән 320 уҡыусы ҡатнашҡан. Сараның һайлап алыу этабында йәмғеһе 800-ләп бала һынау тотҡан. Йәмғеһе 80 уҡыусы призлы урындарға лайыҡ булды.

Әйткәндәй, төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетында бишенсе тапҡыр үтте. Федераль кимәлдә ойошторола башлаған сараға уҡыу йорто тәүгеләрҙән ҡушылғайны. Ул саҡта олимпиада алты университетта ғына ойошторолһа, хәҙер 48 тел буйынса уҙғарыла. Әйткәндәй, еңеүселәр юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультетына һынауһыҙ уҡырға инә ала, башҡа факультеттарға барыусыларға 10 балл өҫтәлә. Призерҙарға беренсе курста ай һайын йыл дауамында 60 мең һум күләмендә стипендия түләү ҡаралған.