Байрам 4 июлдә “Коломенское” музей-ҡурсаулығы биләмәһендә үтә. Майҙанға “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән “Башҡорт ихатаһы” ҡуйыла. Балалар өсөн уйын, конкурс, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Башҡорт телендә йәнһүрәт күрһәтелә. Китап йәрминкәһе була, матбуғатҡа яҙылырға була. Һабантуй һәм “Башҡорт ихатаһы” сәхнәһендә республика артистары сығыш яһай.