Республика хужалыҡтары бесән әҙерләй

Шулай уҡ һутлы мал аҙығы туплана. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 17 мең тонна бесән әҙерләнгән, 333 мең тоннанан ашыу сенаж һалынған. Ауырғазы, Саҡмағош, Илеш һәм Дүртөйлө райондарында эштәр ырамлы бара. Быйыл һәр башҡа 28 центнерға яҡын мал аҙығы әҙерләү ҡарала.