Башҡортостанда һыуҙа хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә

Башҡортостанда «Хәүефҙеҙ ҡала» системаһы эшмәкәрлеге һәм һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде. Йәй башынан йылға-күлдәрҙә 15 кеше батып үлгән, уларҙың икәүһе бала. Бәхетһеҙ осраҡтар башлыса рөхсәт ителмәгән урында һыу ингәндә теркәлә. Шул уҡ ваҡытта ике аҙна эсендә 29 кеше ҡотҡарылған. Төбәктә йәйге бәлә-ҡазаларҙы кәметеү маҡсатында 475 ял итеү урыны һәм өҫтәмә рәүештә йөҙҙән ашыу йәмәғәт ҡотҡарыусылары әҙерләнәсәк. Муниципалитеттарға ҡырағай пляждарға контролде көсәйтергә ҡушылды.

«Хәүефһеҙ ҡала» системаһы һөҙөмтәле эшләй: быйыл 5600 камера йөҙҙән ашыу тәртип боҙоу осрағын кисектергән. Ҡотҡарыусылар тик йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә, ашығыс хәлдәрҙә 112 һандарына шылтыратырға саҡыра.