Башҡортостанда еләк миҙгеле башланды

Еләк бешкән мәл. Донъя мәшәҡәттәренән арынып тәбиғәт биргән витаминдар тупланмаһын йыйып ҡалыу яҡшы. Өфө районы Йоматау ауылында йәшәүселәр бының өсөн алыҫ йөрөмәй. Еләк быйыл аяҡ аҫтында ла үҫә. Йыш яуған ямғырҙан еләк эре булып үҫкән, ҡояшлы көндөрҙә ҡыҙарып бешкән.

Ҡып- ҡыҙыл булып бешкән еләктәрҙе Лилиә Закир ҡыҙы ямғырға тиклем тиреп өлгөрөргә тырыша. Көн һайын бер нисә сәғәттә бер биҙрә еләк тултырып алып ҡайта. Еләк йыйыу күңелгә ял бирә, донъя мәшәҡәттәрен оноттора. Алыҫ йөрөйһө лә түгел, еләклек урам осонда ғына.

Лилиә Михайлова йәшәгән урам да Еләкле исемен йөрөтә. Хаҡлы ялдағы педагог ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмаларҙың төрлөһөн әҙерләй. Ҡаҡты йорттоң өсөнсө ҡатында күләгәлә киптерә.

Ер еләге витаминдарға һәм минералдарға, эфир майҙары һәм файҙалы кислота, глюкозаға бай. Уның составындағы А витамины тирене, организмды йәшәртә. С витамины иммунитетты нығытырға ярҙам итә. В9 витамины һәм тимер йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен иҫкәртә. Ер еләге ҡан тамырҙарын нормалләштерә, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, аппетитты аса һәм хатта яраларҙы тиҙ уңалтырға булышлыҡ итә.

Рәмилә Исмәғилева